Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Яңы йыл каникулдарында төбәктә һигеҙ һунар ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Яңы йыл каникулдарында Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары һунар өлкәһендә һигеҙ боҙоу осрағын асыҡлаған. Рейдтар республиканың барлыҡ райондарында ла үткәрелгән. Ғәйеплеләргә биш мең һум суммаһында штраф һалынған. Баймаҡ районында һунарсылар законһыҙ рәүештә дүрт ҡоралай аулаған. Архангел районында юл-транспорт ваҡиғаһында мышы һәләк булған.

«Асыҡланған закон боҙоуҙар һунар итеүгә рөхсәт булмауға, һунар биләмәләрендә көбөнән алынған ҡорал менән йәки ҡаргиҙәрҙә йөрөүгә ҡайтып ҡала», — тип аңлатма бирҙе министрлыҡтың йәнлектәр донъяһы объекттарын һаҡлау буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары Глеб Егоров.

Әле төбәк биләмәһендә затлы тиреле йәнлектәргә, ҡабанға һәм бер йәшкә тиклемге мышыға һунар итеү дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть