Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Башҡортостандың тейелмәгән тәбиғәте» исемле фотокүргәҙмә асыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 10 ғинуар, 2017 йыл. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың милли музейында тантаналы рәүештә «Башҡортостандың тейелмәгән тәбиғәте» фотокүргәҙмәһе асыла. Ул республикала Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына һәм Рәсәйҙә ҡурсаулыҡ системаһының 100 йыллығына арналған. Күргәҙмә 11 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә асыла.

Музейҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәгә килеүселәр фотоларҙа Уралда иң ҡатмарлы һәм оҙон, серле Ҡотоҡ-сумған мәмерйәһен, Күперле карст күперен һәм шарлауығын, Нөгөш һәм Йомағужа һыу һаҡлағыстарын, шулай уҡ «Башҡортостан» милли паркының башҡа иҫтәлекле урындарын һәм тәбиғәтен күрәсәк.

Хәҙерге календарь буйынса 11 ғинуар Рәсәйҙә тәүге ҡурсаулыҡ — Баргузин заповеднигының ойошторолоу көнө тип һанала, унан һуң тағы ла 102 ҡурсаулыҡ һәм 48 милли парк булдырыла. Башҡортостанда өс федераль ҡурсаулыҡ, төбәк әһәмиәтендәге дүрт милли парк һәм сентябрҙә үҙенең 30 йыллығын билдәләгән «Башҡортостан» милли паркы иҫәпләнә.

Милли парктың үҙенсәлекле иҫтәлекле урындары Илфир Исламгазин, Илдус Нурмөхәмәтов, Рәмил Хәмитов, Николай Марочкин һәм Антон Черепановтың фотоларында күрһәтеләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть