Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Мәскәүҙә Башҡорт драма театры актерҙары ҡатнашлығында «Юғалған васыят» тамашаһы үтә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мәскәүҙә башҡорт актерҙары ҡатнашлығында «Юғалған васыят» тигән театрлаштырылған тамаша ойошторола. Ҙур сара Crocus City Hall концерт залында 29 ғинуарға билдәләнгән. Ул Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөнә арналған. Сараны ойоштороусылар — Рәсәй мөфтөйҙәр советы, Мәскәү мосолмандарының Диниә назараты.

Тамашаға алты меңдән ашыу кешенең килеүе көтөлә. Төп ролдәрҙе билдәле театр һәм кино актерҙары: Татарстандың атҡаҙанған артисы, Рәсәйҙең дәүләт премияһы лауреаты Марат Бәшәров, театр һәм кино актеры Шамил Хаматов, актриса Бибигөл Аҡтан Суюншалина башҡара. Сарала М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры, И.Базоркин исемендәге Ингуш дәүләт драма театры, Г.Цадас исемендәге Авар музыкаль-драма театры, А.Салауатов исемендәге Дағстан музыкаль-драма театры актерҙары ҡатнаша.

«3D элементтары менән театрлаштырылған тамаша тамашасыларҙы тарихҡа алып ҡайтасаҡ. Улар Ибн Фаҙлан һәм Салауат Юлаев, Мөхлисә Буби һәм Муса Бигиев эҙҙәре буйлап ваҡыт буйлап сәйәхәт итәсәк. Мәҙәни сараның девизы — «Киләсәкһеҙ үткәнебеҙ юҡ», — тип хәбәр итте ойоштороусылар.

Тулыраҡ мәғлүмәт www.mavlid.ru сайтында бирелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть