Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Ул беҙгә туған телебеҙҙе яратырға һәм һаҡларға васыят әйтте (Ғалим һәм яҙыусы Роберт Байымовтың 80 йыллығы)

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 10 ғинуар, 2017 йыл. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Владимир Романов/. Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, филология фәндәре докторы һәм профессоры, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы мөдире, башҡорт филологияһы һәм әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергән иҫ киткес башҡорт теле белгесе – Роберт Байымовты яҡшы һүҙ менән иҫкә алабыҙ.

Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов 1937 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ның Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуған. Бишуңғар урта мәктәбен тамамлағандан һуң Иҫке Ҡыйышҡы һәм Биштәкә ауылдарында физика һәм математика уҡытыусыһы булып эшләй, унан әрме хеҙмәтенә алына.

Әрменән ҡайтҡас Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында юғары уҡыу йорто тормошонда әүҙем ҡатнаша, төркөм старостаһы була, тарих-философия факультетының комсомолдар ойошмаһын етәкләй, Башҡорт дәүләт университеты комсомолдар комитеты секретары итеп һайлана. Уҡыу йылдарында Роберт Байымов буласаҡ билдәле журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Тәлғәт Сәғитов менән бер бүлмәлә йәшәй. Университетты «ҡыҙыл» дипломға тамамлап, Роберт Байымов Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһында ассистент булып эшләй.

1965-68 йылдарҙа Роберт Байымов Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһында, совет әҙәбиәте тарихы кафедраһында белем алып филология фәндәре кандидаты була. 1982 йылдан алып Роберт Байымов Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһын етәкләй. 1984 йылда Роберт Нурмөхәмәт улы докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Шул уҡ йылда уға профессор исеме бирелә. 1991 йылда уны Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлайҙар.

Роберт Байымов Мәскәүҙә, Ташкентта, Фрунзела, Ҡазанда һәм Алма-атала бик күп ғилми конференцияларҙа, симпозиумдарҙа әүҙем ҡатнаша. Уның күп милләтле әҙәбиәт проблемалары тураһындағы хеҙмәттәре «Вопросы литературы», «Дружба народов», «Замандаш», «Волга», «Ағиҙел» журналдарында, аҙна һайын сыҡҡан «Литературная Россия» баҫмаһында, бөтә Союз әҙәби һәм ғилми йыйынтыҡтарында донъя күрә.

Роберт Байымовтың тәүге ғилми баҫмалары 1960 йылда сыға. «Өлгөргәнлеккә аҙым» (Өфө, 1975), «Эҙләнеүҙәргә сик юҡ» (Мәскәү, 1980), «Жанр яҙмышы» (Өфө, 1984) монографиялары, «Башҡорт тарихи-революцион романы» (Өфө, 1980), «Инештәр һәм сығанаҡтар» (Өфө, 1993) китаптары йәмғиәттә юғары баһа ала.

Ғалим Башҡорт энциклопедияһы Ғилми-редакция советы һәм алты томлыҡ «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» авторҙары һәм  ағзаларының береһе, мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары өсөн бик күп дәреслектәр, уҡытыу пособиелары авторы була. Уның етәкселегендә «Егерменсе быуат башҡорт әҙәбиәте» (2003), «Великие лики и литературные памятники Востока» (2006) баҫмалары сыға.

Роберт Байымовтың проза әҫәрҙәре лә киң танылыу яулай. Уның хикәйә, повесть һәм роман геройҙары рухи-әхлаҡи эҙләнеүҙәре, ғәҙеллеккә, әхлаҡи сафлыҡҡа ынтылыуҙары менән айырыла. Ул «Һуңлап килгән моң», «Ҡайтырбыҙ һалдат булып» повестары, шулай уҡ «Сарсау» (1980), «Бикле хазина» (1982) китаптарына ингән хикәйәләр, «Яуап бирер көн» (1989) романы һәм башҡалар.

Яҙыусының егерменсе быуат башында башҡорт милли хәрәкәте тураһында «Сыбар шоңкар» нәфис-документаль романы республиканың мәҙәни тормошонда әһәмиәтле урын ала. 1997 йылда ул башҡорт телендә айырым китап булып сыға һәм С. Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһына лайыҡ була. Рус телендә роман «Кречет мятежный» исеме аҫтында донъя күрә.

Роберт Байымов «Йәдкәр», хәҙерге «Проблемы востоковедения» ғилми журналының баш мөхәррире була. Гуманитар фәндәр ҡаҙаныштарын күрһәтеүгә, республиканың йәш ғилми потенциалын әҙерләүгә күп көс һала ул.

Уңышлы ижади һәм ғилми-уҡытыу эшмәкәрлеге, кадрҙар әҙерләүе өсөн ғалим һәм яҙыусы Роберт Байымов «СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы» билдәһе, «БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре» һәм «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» маҡтаҡлы исемдәре менән бүләкләнә. Ул «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» маҡтаулы билдәһе менән баһалана.

Роберт Байымов 2010 йылдың 30 апрелендә 74-се йәшендә яҡты донъянан бик иртә китеп бара. Уны тыуған төйәгендә – Ҡырмыҫҡалы районында ерләйҙәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть