Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан рәсми делегацияһының Вьетнамға сәфәре башланды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

10 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса республикабыҙ рәсми делегацияһының Вьетнам Социалистик Республикаһына сәфәре башланды.

Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкләй. Делегация составында вице-премьер Ирек Мөхәмәтдинов, сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин, шулай уҡ Вьетнам партнерҙары менән эшҡыуарлыҡ алып барырға ниәтләгән 15 предприятие етәкселәре бар.

Сәфәрҙең тәүге көнөндә Вьетнам премьер-министры урынбаҫары, сауҙа-иҡтисади һәм фәнни-техник хеҙмәттәшлек буйынса Хөкүмәт-ара Рәсәй-Вьетнам комиссияһының Вьетнам өлөшө рәйесе Чинь Динь Зунг менән һөйләшеүҙәр үткәрелә. Рәсәй яғынан комиссияны ил Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Игорь Шувалов етәкләй.

Ханойҙа Вьетнамдың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ағзалары менән осрашыуҙар һәм True Milk агросәнәғәт предприятиеһына, Petrovietnam нефть компанияһына барыу күҙаллана.

Көньяҡ Вьетнамдың Бариа-Вунгтау провинцияһында Башҡортостан Хөкүмәте менән Бариа-Вунгтау провинцияһының Халыҡ комитеты араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла.

2016 йылдың октябрендә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Нгуен Тхань Шон етәкселегендәге Вьетнамдың рәсми делегацияһы менән осрашыуы ошо сәфәрҙе ойоштороу өсөн мөһим стимул булды. Тап шул саҡта Башҡортостандың Бариа-Вунгтау провинцияһы менән хеҙмәттәшлеге тураһында килешеү проекты әҙерләнде.

«Вьетнам эшҡыуарлығы менән мөнәсәбәттәребеҙ әүҙемләштереүҙе талап итә. Бөгөн тауар әйләнеше ҙур түгел — 15 миллион доллар. Вьетнамдан бер нәмә лә һатып алмайбыҙ тиерлек, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Тәьминәт күләмен арттырыу зарур. Бының өсөн мөмкинлектәр бар. Беҙгә берлектәге производстволар, инвестициялар кәрәк».  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть