Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала Көньяҡ Урал башҡорттарының тарихы хаҡында китап донъя күрҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфөлә Көньяҡ Уралда йәшәгән башҡорт ырыуҙары тарихы монографияһының томы баҫылып сыҡты. Китапта Һалйот, Терһәк, Һеңрән, Бикәтин, Һырҙы, Шуран ырыуҙары тураһында бәйән ителә.

Республиканың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары хәбәр итеүенсә, баҫма билдәле башҡорт тарихсылары, Башҡортостандың Гуманитар тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәрҙәре — «Шәжәрә» коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһы директоры, «Башҡорт ауылдары тарихы» проекты етәксеһе Салауат Хәмиҙуллин һәм философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин редакцияһы аҫтында донъя күргән.

Монографияла Көньяҡ Уралда йәшәгән башҡорт ырыуҙарының этник тарихы һәм уларҙы күсереү мәсьәләһе ҡарала, ауылдарҙың таблицаһы һәм картаһы, 1917 йылғы Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәре бар. Экспедиция ваҡытында тупланған фольклор материалдары, шулай уҡ хәҙерге башҡорттарҙың фотоһүрәттәре урын алған.

Авторҙар яңы баҫманың партияһын Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенә ебәрә. Даими вәкиллек китаптарҙы Көньяҡ Уралдағы китапханаларға, мәктәптәргә һәм милли йәмәғәт ойошмаларына тарата.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть