Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Республика халҡының банк вкладтары 326,8 миллиард һумға етте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан халҡының банк вкладтары суммаһы 326,8 миллиард һумға етте. Йыл башына үҫеш темптары 106,7 процент тәшкил итте. Башҡортостандың Милли банкы 2016 йылдың 1 декабренә ҡарата ошондай мәғлүмәттәр килтерҙе.

Былтыр йыл башында төбәктә ошо күрһәткес 306,3 миллиард һумға тиң ине.

2016 йылдың 1 декабренә Башҡортостан иҡтисадына бирелгән кредиттар буйынса бурыс 632,1 миллиард һум (йыл башына 94,1 процент) тәшкил итте.

Былтыр 1 ғинуарға ҡарата республикала банктарҙың физик һәм юридик берәмектәргә биргән кредиттарҙың дөйөм күләме 671,5 миллиард һумға етте.

Әле Башҡортостанда 72 кредит ойошмаһы эшләй, 2016 йылдың башында уларҙың һаны 83 ине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть