Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Туғанлыҡ» һәм «Театр яҙы» тип аталған театр фестивалдәре ойошторола

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Быйыл Өфөлә «Театр яҙы» республика фестивале һәм «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале үткәрелә.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының художество етәксеһе ярҙамсыһы Зилә Сәғәҙиева хәбәр итеүенсә, 20-26 апрелдә төбәктәге бөтә театр вәкилдәре баш ҡалаға йыйыла. Әле театрҙарҙан ниндәй спектакль тәҡдим итеүҙәре тураһында мәғлүмәт йыйыу бара. Опера һәм балет театры һәм Ҡурсаҡ театры сарала тәүгә ҡатнаша.

Фестиваль милли драматургияға арналған. Тамашасылар менән бергә спектаклдәрҙе Валентина Фёдорова етәкселегендәге баһалама ағзалары һәм театр тәнҡитселәре ҡарай. Сара барышында оҫталыҡ дәрестәре, актер клубтары, сәхнә әҫәрҙәрен тикшереү ойошторола.

«Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки халыҡтары театрҙары фестивале киләһе театр миҙгеленә, 9-16 сентябргә, билдәләнгән. Бынан алдағы фестиваль Өфөлә 2012 йылдың сентябрендә уҙғарылғайны. Ул саҡта баш ҡалаға 13 төрки телле илдәрҙән иң яҡшы театр коллективтары йыйылды. Спектаклдәр биш театр майҙансығында күрһәтелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть