Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Йыл кешеһе» конкурсы еңеүселәре менән осрашты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 10 ғинуарҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2016 йылда «Республика Башкортостан» гәзите уҙғарған «Йыл кешеһе» конкурсы еңеүселәре менән осрашты.

— Был конкурс дүртенсе тапҡыр ойошторола. Гәзит республикала йәшәүсе иҫ киткес кешеләр, уларҙың эшләгән эштәре хаҡында һөйләп, яҡшы эш алып бара. Кире мәғлүмәт өҫтөнлөк иткән беҙҙең заманда, әлбиттә, яҡшы хәбәрҙәрҙең етмәүе ныҡ һиҙелә. Был юҫыҡта гәзит дөрөҫ йүнәлеш алған, ул үҙ уҡыусыларына һәйбәт мәғлүмәт бирә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Тормошҡа ҡарата ошондай вайымлы мөнәсәбәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Киләсәктә лә һеҙгә эшегеҙҙә, эшмәкәрлегегеҙҙә ярҙам итергә теләйем.

Тикшерелгән үҙәк темаларҙың береһе – яңы биҫтәләр төҙөү һәм уларҙың инфраструктураһын үҫтереү.

Йылғала батып барған баланы ҡотҡарғаны өсөн наградаға лайыҡ булған Нәзифә Йомағужина төҙөлөп килгән Яңы Булгаков ауылында әле һаман бер ниндәй ҙә һаулыҡ һаҡлау һәм белем биреү учреждениеларының булмауы, транспорт тәьминәте мәсьәләләре тураһында һөйләне. Республика Башлығы был проблеманың күпселек яңы төҙөлөштәргә хас булыуын билдәләне.

— Кешеләрҙе алдау беҙҙең төҙөүселәрҙә һөнәргә әйләнде. Теләһә ҡайһы яңы төҙөлөп килгән биҫтәне алығыҙ. Иң тәүҙә кешене: «Беҙҙә мәктәп, балалар баҡсаһы, бөтә инфраструктура буласаҡ...», тип йәлеп итәләр. Ошоларҙың береһе лә юҡ. Һирәк осраҡтарҙа ғына эшҡыуарҙар төҙөй. Ҡалған осраҡтарҙа – был ҡыҙыҡтырғыс ҡына, – тине Рөстәм Хәмитов. – Төҙөүселәр менән килешелгән ер участкаларын ҡуртымға биреү килешеүҙәрен тағы ла бер ҡат тикшерергә ҡуштым. Әгәр мәктәп, дауахана, балалар баҡсаһы төҙөргә тейеш тип яҙылһа, улар уны мотлаҡ рәүештә эшләргә тейеш.

Белореттың Уҡшуҡ биҫтәһе урам комитеты рәйесе Милләт Әзекәев шулай уҡ инфраструктураны үҫтереү темаһын ҡуҙғатты. Элек Уҡшуҡ ҡасаба була, әммә уның ҡала менән берләшеүенән һуң ҡатмарлы мәсьәләләр килеп тыуа. Атап әйткәндә, фельдшер-акушерлыҡ пункты ябыла, кешеләргә әллә нисә саҡрымда урынлашҡан ҡала поликлиникаһына йөрөргә тура килә. Урындағы власть һәм шәхси эшҡыуарҙар тырышлығы менән, бюджет сараларын йәлеп итмәйенсә, быйыл фельдшер-акушерлыҡ пункты тергеҙелә. Хәҙер боҙ һырғалағы һәм мәҙәниәт йорто төҙөү мәсьәләһе өйрәнелә.

— Халыҡты ойоштора һәм уртаҡ эшкә дәртләндерә алыуығыҙ өсөн рәхмәт. Был бик мөһим, –  тине республика етәксеһе.

Сығышы менән Ауырғазы районынан, хәҙер Ханты-Манси автономиялы округында йәшәгән Миҙхәт Хәсәнов үҙенең төҙөлөш өлкәһендә эшләү тәжрибәһе хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн торлаҡтың бер квадрат метрын 25-30 мең һумға һалып була.

— Эшҡыуарҙар миңә: «Квадрат» өсөн 50 мең һумдан кәмерәк килеп сыҡмай», тиҙәр, – тине Рөстәм Хәмитов. – Мин уларҙан: «Бындай хаҡтарҙы һеҙ ҡайҙан алаһығыҙ?» тип һорайым. Баҡһаң, улар банкта процентҡа кредит ала һәм был проценттар торлаҡтың хаҡына инә. Ә һатып алыусының бында ни ҡатнашы бар, әгәр был уларҙың хәүефе һәм сығымы?

Торлаҡ төҙөлөшөн арзанайтыу темаһын ентекләберәк Рөстәм Хәмитов Миҙхәт Хәсәнов менән һуңғараҡ, шәхси осрашыу барышында белеште.

Республикала үтә еңел авиацияны үҫтереү хаҡында «Ротор» (Күмертау) тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы директоры Виктор Хрибков һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн «Ротор» тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы – ул илдә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан һәм төбәк властарынан даими заказдар алып, ике урынлы вертолеттар һәм самолеттар етештереүсе берҙән-бер предприятие. Үтә еңел авиацияны артабан үҫтереү буйынса үҙ тәҡдимдәрен ул Башҡортостан Башлығына шәхси әңгәмәлә әйтте.

Осрашыуҙа шулай уҡ тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, республика биләмәһендә бер төркөм геопарк булдырыу, хужаһыҙ хайуандар менән эш ойоштороу, үҙешмәкәр ижадты популярлаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Конкурстың иң йәш лауреаты – Учалынан 11 йәшлек Айнур Мәннәнов һыу ташҡанда батып барған уҡыусыны ҡотҡара. Осрашыуҙан һуң республика Башлығы Айнур өсөн үҙенең эш кабинеты буйлап экскурсия ойошторҙо.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл һайын уҙғарылған «Йыл кешеһе» конкурсында «Республика Башкортостан» гәзитендә баҫылып сыҡҡан төрлө эшмәкәрлек өлкәһе вәкилдәре ҡатнаша. Әүҙем ижтимағи ҡараш, үҙ коллективы, республика һәм ил үҫешенә индергән өлөшө – төп баһалау сифаттары. Конкурсҡа йомғаҡ яһағанда журналистар менән бергә гәзит уҡыусылар ҙа ҡатнаша, улар бәйгеселәр тураһында мәҡәләләргә шылтыратып, хат яҙып һәм баҫманың сайтында аңлатма ҡалдырып баһа бирә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть