Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡорт дәүләт университеты абруйлы сит ил мәғлүмәт ресурстары менән ҡуллана ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университеты абруйлы сит ил мәғлүмәт ресурстарын ҡулланырға рөхсәт алды. Мәғариф һәм фән министрлығының финанс ярҙамында Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары, студенттары һәм аспиранттарының «Wiley Online Library» һәм «American Physical Society (APS)» мәғлүмәттәре менән файҙаланыу мөмкинлеге тыуҙы.

Университеттың мәғлүмәт үҙәгендә аңлатыуҙарынса, «Wiley Online Library» китапханаһы беренсел тикшеренеүҙәрҙән торған юғары импакт-факторлы ғилми журналдарға өҙлөкһөҙ интеграциялы ҡулланыуҙы тәьмин итә. 150 журналдан торған коллекция үҙ өлкәләрендә алдынғы тип танылған фәндәр спектрын һәм күп кенә баҫмаларҙы солғап ала. «Wiley Online Library», байтаҡ дәрәжәле халыҡ-ара ойошмаларҙың рәсми журналдарын контролдә тотоп, 750-нән ашыу профессиональ һәм ғилми ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итә.

«American Physical Society (Америка физика ойошмаһы мәғлүмәттәре базаһы)» йәҙрә физикаһы, юғары энергиялар физикаһы, астрофизика, математика физикаһы, механикаһы һәм физиканың башҡа тармаҡтары буйынса журналдарҙы, шул иҫәптән «Physical Review Letters» – физика буйынса иң дәрәжәле журналдарҙың береһен, шулай уҡ ғалимдар араһында танылған «Physical Review» журналдар серияһын баҫа.

Был ресурстар менән юғары уҡыу йорто компьютерҙарынан ҡулланырға мөмкин һәм ул 2017 йылдың аҙағына тиклем дауам итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть