Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Вьетнам Президенты Башҡортостан делегацияһын ҡабул итте

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Вьетнам Президенты Чан Дай Куанг Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге республика делегацияһын ҡабул итте. Осрашыу Ханойҙа президент һарайында үтте.

«Вьетнам сәйәсәт, иҡтисад һәм сауҙа, оборона һәм хәүефһеҙлек, фән һәм мәғариф кеүек өлкәләрҙә Рәсәй һәм илебеҙ ҡалалары менән төрлө яҡлы хеҙмәттәшлеккә ҙур әһәмиәт бирә», — тип билдәләне ил Президенты осрашыу барышында.

Чан Дай Куанг әйтеүенсә, Вьетнам һәм Евразия иҡтисади союзы араһында ирекле сауҙа итеү зонаһы тураһында Килешеүҙең үҙ көсөнә инеүе ике илдең инвесторҙарына тауар әйләнешен үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдыра. Дәүләт башлығы, Рәсәй һәм Башҡортостан предприятиелары Вьетнамда яңы инвестиция проекттарын әҙерләһен, тотороҡло һәм оҙайлы инвестиция эшмәкәрлеге өсөн уңайлы шарттар тыуҙырһын, тигән теләк белдерҙе.

Вьетнам Президенты 2017 йылдың беренсе кварталында Рәсәйгә килергә ниәтләүе хаҡында ла хәбәр итте. Шуның менән бергә Чан Дай Куанг сәфәр барышында Башҡортостанға барыу тәҡдимен хупланы.

Рөстәм Мәрҙәнов Вьетнам менән республика өсөн мөһим булған хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен билдәләне, улар араһында сауҙа, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы бар. Шулай уҡ ул Вьетнам Хөкүмәтенең Бариа-Вунгтау провинцияһы менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыуға булышлыҡ итеүҙәрен теләне.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сауҙа-иҡтисади өлкәлә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереү бурысын ҡуя. Сәфәр барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән Бариа-Вунгтау провинцияһының Халыҡ комитеты араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть