Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә «Берҙәм Рәсәй» партияһы 34 мәҙәниәт йортона ярҙам итәсәк

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» һәм «Урындағы мәҙәниәт йорто» яңы партия проекттары буйынса тәүге йәмәғәт тыңлауҙары үтте. «Урындағы мәҙәниәт йорто» башланғысына федераль бюджеттан 46 миллион һум йүнәлтелгән, тип хәбәр иттеләр партияның төбәк бүлексәһенән. Республика субсидия күләме буйынса Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө урынды биләй. Әлеге проектты партия вәкилдәре 2016 йылда әҙерләй, яңы йылдан ул эшләй башлай.

«Проект өс йыл дауамында эшләйәсәк, — тип хәбәр итте проект координаторы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Эльвира Айытҡолова. — Бөгөнгә муниципалитеттарҙан матди-техник базаны үҫтереүгә 41 ғариза килде. Һөҙөмтәлә программаға 2017 йылда инәсәк 34 объектты һайлап алдыҡ. Уларҙың бөтәһе лә 400 меңдән алып 2 миллион һумға тиклем субсидия аласаҡ. Республиканың 10 районы конкурста ҡатнашманы, йәл, сөнки проектҡа заявка тапшырып ҡына инеп була».

Тыңлауҙарҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты ҡарамағындағы Мәҙәниәт буйынса эксперт советы ағзалары ҡатнашты.

«Йылдың тап ошондай партия башланғысы менән башланып китеүе күңелле, — тип билдәләне республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. — Муниципалитеттарыбыҙҙың мәҙәниәт йорттарын тәртипкә килтерергә мөмкинселектәре буласаҡ. Сөнки ауыл биләмәләрендә – улар ижтимағи тормош үҙәктәре һәм уларға һис шикһеҙ ярҙам итергә кәрәк».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть