Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Ғалим, шағир һәм публицист Рәшит Шәкүргә – 80 йәш

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Владимир Романов/. Башҡорт мәҙәниәтенең иң билдәле эшмәкәрҙәренең береһе – Рәшит Шәкүровҡа (псевдонимы – Рәшит Шәкүр) бөгөн 80 йәш тула.

Рәшит Закир улы Шәкүров 1937 йылдың 11 ғинуарында Әлшәй районының Яңы Абдрахман ауылында тыуған.

Ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Октябрьский нефть техникумына уҡырға инә. Йәш егет «Альметьевскнефть» нефть-газ сығарыу идаралығында эшләп өлгөрә, Совет Армия сафында хеҙмәт итә, Башҡорт АССР-ның Министрҙар Советы ҡарамағындағы Радио һәм телевидение тапшырыуҙары буйынса комитетында хәбәрсе булып эшләй. Һуңынан Рәшит Закир улы Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә.

Уҡыуҙы тамамлағандан һуң 1965 йылда Рәшит Шәкүр «Совет Башҡортостаны» республика гәзитендә үҙ хәбәрсеһе, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире булып эшләй. Мәскәүҙә СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында аспирантураны тамамлай, филология фәндәре кандидаты булып китә.

1972 йылдан алып Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр, һуңыраҡ «Ағиҙел» журналында бүлек мөдире, республиканың Яҙыусылар союзы идараһында әҙәби консультант булып эшләй, аҙаҡтан ҡабат институтҡа төркөм етәксеһе булып ҡайта, бүлек мөдире вазифаһын башҡара. 1998 йылда филология фәндәре докторы булып китә, Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле кафедраһы профессоры сифатында уҡыта.

Хеҙмәт биографияһында «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтендә бүлек мөдире, директор һәм баш мөхәррир булып эшләүе айырым урынды биләй. Уның редакцияһында «Башҡортостан» Ҡыҫҡаса энциклопедия сыға. Күп томлы «Башҡорт энциклопедияһы» концепцияһына нигеҙ һалына. 1998 йылдан алып «Ватандаш» журналының баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.

Рәшит Шәкүрҙең тәүге «Йөрәгемдә — ҡояш» шиғырҙар йыйынтығы 1970 йылда сыға һәм уҡыусылар уны йылы ҡабул итеп ала. Артабан «Тауҙарым, далаларым», «Заманалар юлында», «Ыласындар оса бейектә» исемле китаптары донъя күрә. Һуңғыһында шағирҙың иң мөһим эштәре тупланған. «Быуаттар аманаты», «Арҙаҡлы башҡорттар», «Сыңрау торналар иле. Мәҡәләләр һәм очерктар», «Егерменсе быуат һәм башҡорттар» исемле китаптарында Рәшит Шәкүр быуаттар буйына йыйылып килгән йолаларыбыҙҙы дауам итеү һәм арттырыу өсөн янып-көйә. 1991 йылдан – ул республиканың Журналистар союзы ағзаһы, 1979 йылдан – Яҙыусылар союзы ағзаһы.

«Шиғриәт йондоҙо» монографияһы мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың ижади юлын тәрән өйрәнә. Рәшит Закир улының ғилми ҡыҙыҡһыныуҙар даирәһенә топономика кеүек фән өлкәһе лә инә. Уның «По следам географических названий» монографияһы бик һирәк осрай торған китап. Алты томлыҡ «Башkорт әҙәбиәте тарихы» редакцияһы ағзаһы ул. 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

Рәшит Шәкүр шағир Рауил Бикбаев менән Башҡортостан Республикаһы Гимнының авторы. Башҡорт композиторҙары уның һүҙҙәренә 50-нән ашыу йыр яҙған. Шағирҙың күпселек шиғырҙары рус, украин, ҡаҙаҡ, болгар, немец һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән.

Уның сценарийы буйынса фильмдар төшөрөлгән. Рәшит Шәкүр республиканың ижтимағи тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.

Рәшит Закир улы Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. 2007 йылда уның һөҙөмтәле эшмәкәрлеге Салауат Юлаев ордены менән баһалана. Ул Мифтахетдин Аҡмулла, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.

2012 йылда «Ыласындар оса бейектә» китабы өсөн Рәшит Шәкүргә Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә. Ул шулай уҡ БР мәғариф отличнигы.

Теги: юбилейҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть