Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Стәрлетамаҡ һөткә хаҡтар буйынса республикала иң арзан ҡала булды – статистика

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанстат 2016 йыл өсөн 2,5-3,2 процент ҡуйылыҡтағы пастеризацияланған һөткә уртаса хаҡтарҙы баҫтырып сығарҙы.

2016 йылдың ғинуар айында республикала пастеризацияланған һөттөң бер литры уртаса 40,52 һум тәшкил иткән. Декабрь айында ул 43,53 һумға еткән.

Былтыр Өфө пастеризацияланған һөткә хаҡтар буйынса республикала иң ҡиммәтле ҡалаларҙың береһе булды: ғинуарҙа бер литры 41,65 һум, декабрҙә иһә 44,38 һум.

Иң файҙалыһы һөттө Стәрлетамаҡта һатып алыу ине. Ғинуар айында бында һөттөң бер литры 37,48 һум торһа, декабргә уның хаҡы 41,33 һумға тиклем артҡан.

Ғинуарҙа Сибайҙа һөттө уртаса 40,53 һумға алырға мөмкин булған. Декабрь айында уның бер литры 44,51 һумға еткән.

Нефтекамала шундай уҡ һөт 41,01 һум торған. Йыл һуңында уртаса 43,02 һумға баһаланған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть