Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Республика халҡы Халыҡ-ара «рәхмәт» көнөн билдәләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 11 ғинуарҙа ер шары халҡы иң «әҙәпле» байрамдарҙың береһен – Халыҡ-ара «рәхмәт» көнөн билдәләй, тип хәбәр итә «Calend.ru». Беҙ барыбыҙ ҙа яҡшы ғәҙәттәрҙең мәғәнәһен, уның көндәлек тормошта кәрәклеген аңлайбыҙ, ләкин рәхмәттәрҙең күпселек өлөшөн мәғәнәһенә төшөнөп етмәй, былай ғына әйтәбеҙ. Әммә рәхмәт һүҙҙәре тылсымлы көскә эйә – уның ярҙамында кешеләр бер-береһенә шатлыҡ өләшә, хәстәрлек күрһәтә һәм яҡшы кәйеф бүләк итә – унһыҙ тормошобоҙ ярлы һәм шомло булыр ине. Күп кенә туристик белешмәләрҙә һәм туристарға ҡулланмаларҙа йыш ҡына «рәхмәт» һүҙе юҡҡа ғына яҙылмай. Сәйәхәткә барған ил телендә акцент менән әйтелгән был тылсымлы һүҙ ҙә хеҙмәтләндереү тиҙлеген, сифатын арттыра һәм тыныс, яҡшы ял ойошторорға ярҙам итә. Русса «спасибо» һүҙе 16 быуатта йыш әйтелгән «спаси Бог» һүҙбәйләнешенән алынған тип иҫәпләнә. Инглиз телендәге «Тhank you» тамырҙары шулай уҡ ябай рәхмәттән алыҫ тарих төпкөлөнә илтә. Русса «спасибо» ла, донъялағы бөтә телдәрҙә әйтелгән «рәхмәт» һүҙе лә бөтә халыҡтар мәҙәниәте өсөн мөһим мәғәнәгә эйә булғанын һәм хәҙер ҙә эйә булыуын һөйләй.

Башҡортостан халҡы ла бөгөн ошо әҙәпле көндө билдәләй. Үткән көндәрҙә Туймазы районының Дуҫлыҡ ауылы китапханаһы «Тылсымлы һүҙҙәр» исемле әҙәпле һөйләшеү көнөн уҙғарҙы.

Яҡшы ғәҙәттәрҙең мәғәнәһе, уларҙың көндәлек тормошта кәрәклеге хаҡында китапханала саҡырылған башланғыс синыф уҡыусылары менән һөйләштеләр. Балалар ҙур теләк менән йомаҡтар систе, «Һүҙкәйҙе әйтеп бөт» һәм «Тылсымлы ағас» уйындарында ҡатнашты, тылсымлы һүҙҙәр ҡуйып тормоштағы хәл-ваҡиғаларҙы тикшерҙе һәм был һүҙҙәр ярҙамында талаш-ыҙғыштарҙан, ғауғанан тайпылыу мөмкинлегенә инанды.

Сара аҙағында сәй эстеләр һәм бөтәһе бергә «Рәхмәт!» әйтте, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть