Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Актер һәм каскадер Роберт Йылҡыбаев «Викинг» фильмын тулыһынса ҡарамаған

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Викинг» фильмы Рәсәй прокатында касса йыйыуҙары һәм ҡарау буйынса рекордсмен булды. Былтыр 29 декабрҙә башланған прокаттың беренсе аҙнаһында кинопремьера 860 миллион һум йыйҙы. Тарихи драмала төшкән Рәсәй актеры һәм каскадер Робер Йылҡыбаев фильмды һаманғаса ҡарамаған. Яңы йыл байрамдарында Роберт тыуған төйәгенә — Ейәнсура районының Абҙан ауылына ҡайтҡан.

«Беҙ премьера алдынан күрһәтеүҙә сығыш яһаныҡ, икенсе көндө мин ауылға ҡайтып киттем. Шуға күрә әҙер фильмды ҡарамағанмын әле. Миңә илдең төрлө ҡалаларынан туғандарым, дуҫтарым шылтырата һәм премьера менән ҡотлай. Ҡайһы берҙәре кинотеатрҙан фильмды ҡарағас уҡ шылтырата. Барыһы ла тәьҫирләнгән, артабан да уңыштар теләй», — тине Роберт.

Йылҡыбаев кинотаҫма төшөрөлә башланғанға тиклем үк Данила Козловскийҙы, Игорь Петренконы, Владимир Епифанцевты, Максим Сухановты, Александра Бортичты фехтование нигеҙҙәренә һәм хәнйәр менән эш итергә өйрәткән, һуңынан кадрҙа улар менән алышҡан. Башҡорт актеры дүрт роль башҡарған.

Роберт Йылҡыбаев Ейәнсура районының Абҙан ауылында тыуған. З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Милли йәштәр театрында һәм һәм туған уҡыу йортонда эшләгән. Әле Мәскәүҙә йәшәй. Рәсәй театр сәнғәте университеты аспирантураһын тамамлағас, сәхнә пластикаһы кафедраһында эшкә ҡалған. Роберт Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтында ла уҡыта.

«Екатерина II», «Викинг», «Трюкач», «Обратная сторона луны-2», «Женщина Казановы», «Пасечник», «Притяжение», «Палач», «Меч-2» һәм башҡа картиналарҙа трюктар һәм фехтование күренештерен ҡуйыуҙа ҡатнашҡан. Рәсәй Каскадерҙар ассоциацияһы ағзаһы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть