Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың район-ҡалалары йылды раҫланған бюджет менән башланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республиканың бөтә район һәм ҡалалары 2017-2019 йылға үҙ бюджетын ваҡытында раҫлаған.

«Бюджет ҡануниәтенә ярашлы, сираттағы финанс йылы башланғанға тиклем Башҡортостандың бөтә 895 урындағы бюджеты ҡабул ителгән. Ҡала һәм райондарҙың, ауыл һәм ҡала биләмәләренең, шулай уҡ тотош төбәктең төп финанс документтары өс йыллыҡ осорға раҫланған. Сығымдар «программалы» форматта әҙерләнгән», — тип хәбәр итте БР Финанс министрлығының матбуғат секретары Әлфиә Ҡотлоева.

Республиканың бөтә райондарында һәм ҡала округтарында планлаштырыуҙың сифатын күтәреүгә һәм урындағы бюджетты үтәүгә йүнәлтелгән бюджет сығымдарын оптималләштереү, һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы ҡыҫҡартыу, резервтар иҫәбенә үҙ килемдәрҙе арттырыу буйынса саралар планы эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть