Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы машина урындарына талаптарҙы раҫланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы парковкалағы машина урындарының дәүмәленә талаптарҙы раҫланы. Хәҙер уларҙы күсемһеҙ милек тип иҫәпләргә мөмкин. Кәм тигәндә — 5,3-кә 2,5, күп тигәндә 6,2-гә 3,6 метр. Нормалар еңел автомобилдәрҙең максималь оҙонлоғо һәм киңлеге нигеҙендә иҫәпләнгән.

2017 йылдың 1 ғинуарынан машина урындары күсемһеҙ милек төрҙәренең береһе булып иҫәпләнә. Парковка урыны кадастрҙа иҫәпкә алына, машина урыны раҫланған дәүмәлдәргә тап килгән осраҡта уға милек хоҡуғын теркәргә мөмкин. Буласаҡ объектты планлаштырғанда проектлаусылар быны иҫәпкә алырға тейеш.

Норматив-хоҡуҡи база парковка урындарын милеккә алырға, һатырға, бүләк итергә мөмкинлек бирә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть