Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктең агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге 52 инвестиция проекты 1,2 миллиард һумлыҡ федераль субсидия ала

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының агросәнәғәт комплексын кредитлау мәсьәләләрен координациялау буйынса комиссияһы Башҡортостандан дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумлыҡ 52 инвестиция проектын һайлап алған.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, комиссия ултырышында процент ставкаһының бер өлөшөн субсидиялауға дәғүә иткән инвестиция проекттары ҡаралған. Республика предприятиелары тәҡдим иткән 52 проекттың 44-е төбәктә һөт малсылығын үҫтереүгә бәйле һәм техник, технологик яңыртыуға ҡағыла.

Биш инвестиция проекты төбәктә ит малсылығын артабан үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Тағы ла өс проект ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереүгә бәйле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть