Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың Юғары суды киң мәғлүмәт саралары араһында конкурс уҙғара

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың Юғары суды киң мәғлүмәт сараларында судтарҙың эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс уҙғара. Эштәр 31 ғинуарға тиклем ошо адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, А.Матросов урамы, 1, 201-се бүлмә. Телефон: (347) 250-31-79.

Конкурс «Иң яҡшы мәҡәлә», «Иң яҡшы видеосюжет/радиоматериал», киң мәғлүмәт саралары коллективтары араһында – «Суд системаһы эшмәкәрлеген әүҙем һәм профессиональ яҡтыртҡан өсөн», суд аппараттары хеҙмәткәрҙәре араһында – «Иң яҡшы матбуғат хеҙмәте/иң яҡшы матбуғат секретары» номинацияларында үткәрелә.

Шарттар менән республиканың Юғары суды сайтында танышырға мөмкин. Еңеүселәр район-ара, район һәм ҡала судтары рәйестәренең йомғаҡлау кәңәшмәһендә бүләкләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть