Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда автомобиль йөрөтөүселәрҙе тикшереү бара

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда автомобиль йөрөтөүселәрҙе тикшереү бара. Авдон — Подымалово республика трассаһының 54-се километрында, Өфө — Мәскәү федераль автомобиль юлында, Өфө районы менән сиктә һәр водитель менән мәғлүмәт-аңлатыу эштәре алып барыла. Был хаҡта Instagram сайтында төбәктең баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов хәбәр итте.

«Әлеге сара йыш осраған юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы асыҡлау өсөн уҙғарыла, — тип билдәләне ул. — Әгәр ҙә ҡағиҙә боҙоу осрағы булһа, водитель административ язаға тарттырыла».

Ведомство етәксеһе ошо тикшереүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүҙәрен һораны, сөнки һәр туҡтатыуҙың маҡсаты — аварияларға юл ҡуймау, кешеләрҙең ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлап ҡалыу.

Республика юлдарында тикшереүҙәр ай аҙағына тиклем дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть