Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала пенсионерҙарға биш мең һум күләмендәге түләүҙе таратыу 13 ғинуарҙа башлана

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда пенсионерҙарға биш мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе таратыу 13 ғинуарҙа башлана. Республикалағы Федераль почта элемтәһе идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, ошо сумманы 1,5 миллион кеше аласаҡ. «Аҡса 2016 йылдың 31 декабренә хаҡлы ялда булған кешеләргә тапшырыла. Бының өсөн Пенсия фондына мөрәжәт итеү талап ителмәй», — тип аңлатма бирҙеләр төбәктәге Федераль почта элемтәһе идаралығында.

График буйынса 13-нән пенсия алған оло йәштәгеләргә түләү пенсия менән бергә бирелә. Айҙың тәүге яртыһында пенсия алғандарға биш мең һум 13 ғинуарҙан 28-нә тиклем таратыла.

Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе таратыу 12 ғинуарҙа уҡ башлана. «Әгәр кеше өйҙә булмаһа, почтальон почта йәшнигендә тейешле белдереү ҡағыҙы ҡалдыра. Пенсионер ошо аҡсаны 28 ғинуарға тиклем үҙенең почта бүлексәһендә ала йә иһә почтальон уны февраль пенсияһы менән бергә килтерә», — тип аңлатма бирҙеләр Рәсәй почтаһы филиалында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть