Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы МЕДИАТЭК Бөтә Рәсәй премияһының дипломына лайыҡ булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

2016 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан юлдаш телевидениеһы МЕДИАТЭК Бөтә Рәсәй премияһының дипломына лайыҡ булды. Яғыулыҡ-энергетика комплексы тармағында яңы технологиялар индереү темаһын әүҙем һәм профессиональ яҡтыртҡаны өсөн Башҡортостан юлдаш телеканалы илдең төбәк телекомпаниялары араһында өсөнсө урын алды.

МЕДИАТЭК Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары, компаниялар һәм хакимиәттәрҙең матбуғат хеҙмәттәре конкурсы Рәсәй Энергетика министрлығы ярҙамында 2015 йылдан алып үткәрелә. Конкурстың маҡсаты — яғыулыҡ-энергетика комплексы эшмәкәрлегенең мөһим мәсьәләләренә журналистарҙың, белгестәрҙең, эксперттарҙың һәм киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, илдәге яғыулыҡ-энергетика комплексы компаниялары һәм төбәк хакимиәттәренең матбуғат хеҙмәттәре эшенең сифатын күтәреү, йәмғиәткә Рәсәй энергетикаһында булған үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәт биреү буйынса иң яҡшы корпоратив тәжрибәләргә ярҙам итеү. Премияның эксперт советына федераль киң мәғлүмәт саралары, илдәге юғары уҡыу йорттарының журналистика факультеттары етәкселәре, дәүләт власы органдары вәкилдәре, яғыулыҡ-энергетика комплексы өлкәһендәге эксперттар инә. Еңеүселәр интернетта асыҡ тауыш биреү юлы менән һайлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть