Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Вьетнамдың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында Башҡортостан менән таныштырыу сараһы уҙҙы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Вьетнамдың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында төрлө тармаҡтарҙа Башҡортостан менән таныштырыу сараһы үтте. 2016 йыл йомғаҡтары буйынса Вьетнам Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре ассоциацияһы илдәре араһында Рәсәйҙең ҙур сауҙа партнеры булды. Илдең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы мәғлүмәттәре буйынса, үҙ-ара сауҙа итеү күләме 3,9 миллиард долларға, шул иҫәптән экспорт – 1,85, импорт 2,05 миллиард долларға еткән. Рәсәй экспорты өсөн машиналар һәм ҡорамалдар (63 процент), минераль сеймал (12,6), химия сәнәғәте продукцияһы (6,9); импортҡа электр техникаһы (54,7), туҡыма (21,5), аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы сеймалы (16,4) хас. Нефть һәм газ табыу иҡтисад өлкәһендә төп йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала.

Башҡортостан делегацияһын етәкләгән республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов осрашыуҙа ҡатнашыусыларға инвестиция мөхите тураһында мәғлүмәт бирҙе. Төбәктә уны булдырыуға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Рәсәйҙең Вьетнамдағы сауҙа вәкиле Вячеслав Харинов фекеренсә, Вьетнам эшҡыуарлығы Башҡортостан предприятиеларының урындағы баҙарҙа эшләргә әҙерлеген лайыҡлы баһаларға тейеш.

Эшҡыуарлыҡ яғынан республика делегацияһы составына нефть һәм газ, энергетика, медицина, ауыл хужалығы өлкәһендә эшләгән 15 предприятие ингән, тип хәбәр итте Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Павел Бармин. Ике предприятие Вьетнам яғы менән хеҙмәттәшлек итә лә инде, башҡалар ҡулланыусылар ихтыяжы үҙенсәлектәрен өйрәнергә һәм сит ил баҙарына сығыу мөмкинлектәрен баһаларға ниәтләй.

Рәсми өлөш тамамланғас, «эшҡыуарлыҡ эшҡыуарлыҡ өсөн» форматында һөйләшеүҙәр үтте.

Шул уҡ көндә Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре True Milk агросәнәғәт предприятиеһына һәм Petrovietnam нефть компанияһына барҙы, унда етештереү технологиялары һәм баҙарҙа һорау менән файҙаланған продукция менән танышты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть