Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Билдәле телекомментатор Евгений Савин «Өфө» футбол клубының ҡунаҡтағы мөһим уйынына репортаж эшләй

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Йәкшәмбе, 19 мартта, «Матч ТВ» телеканалы комментаторы Евгений Савин «Өфө» футбол клубы көйәрмәндәре менән осрашыу һәм улар менән бергәләп Краснодарҙағы уйынды ҡарар өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына килә.

Был көндө Сергей Семак етәкселегендәге әлегә еңелеүһеҙ «Өфө» командаһы РФПЛ чемпионатының 20-се туры матчында урындағы «үгеҙҙәр» — әүәлге Европа лигаһы ҡатнашыусылары менән осрашасаҡ. Краснодарҙар турнир таблицаһында өфөләрҙән бер мәрәйгә алдараҡ – дүртенсе һәм бишенсе урындар.

Сара Рәсәй Премьер-лигаһының рәсми бағыусыһы ойошторған ҙур төбәк туры сиктәрендә уҙасаҡ. Осрашыу урыны – «Өфө уттары» күңел асыу комплексы.

Осрашыу башында журналистың көйәрмәндәр менән рәсми булмаған шарттарҙа аралашыуы һәм уларҙың һорауҙарына яуап биреүе күҙаллана, унан һуң ул футбол матчына аңлатма бирәсәк. Программала шулай уҡ төрлө уйындар һәм бүләктәр отоу.

— «Өфө» чемпионаттың төп асышы булыуы ихтимал, — тип иҫәпләй Евгений Савин. — Команда миҙгел йомғаҡтары буйынса Европа лигаһына инһә, ғәйәт ҙур һөҙөмтә ул. «Краснодар» менән матч үҙенсәлекле булырға тейеш. Краснодарҙарҙың етди юғалтыуҙары бар һәм уларҙың графиктары бик тығыҙ, әммә ни тиһәң дә, улар атакалағы уйын алып барасаҡ. Ә «Өфө» һуңғы дүрт уйынды 1:0 иҫәбе менән еңде, тимәк, был иң яҡшы атака һәм иң яҡшы оборона ярышы буласаҡ. Барыһын да «Өфө уттарында» көтәм — ҡыҙыҡ буласаҡ!».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть