Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе бер көнгә Рәсәй гвардияһы һалдаты булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Азат Саҙрыев «Үҙеңдә һыналған. Журналист десанты» акцияһы сиктәрендә бер көнгә Рәсәй гвардияһы һалдаты булды.

«Беҙҙең журналистарҙы күмәк сыуалыштарҙы ҡыуыуҙа ҡатнашыу нисек булғаны һәм ни өсөн закон боҙоусыларға айырым тәғәйенләнештәге мобиль отрядтар менән осрашыуҙарҙан йыраҡ тороу кәрәклеге ҡыҙыҡһындырҙы», — тип һөйләне Башҡортостан юлдаш телевидениеһы матбуғат секретары Люция Дәүлиева.

«Төҙөлөштән һуң иртәнге еңелсә йүгереү – Рәсәй гвардиясыларының көндәлек йолаһы. 10 саҡрым арауыҡ ярты сәғәттән әҙерәк ваҡыт эсендә үтелә. Һәм шунда уҡ икенсе күнегеүҙәргә тотоноу, график буйынса һәр минут яҙылған. Республиканың иң заманса тирҙарының береһендә атыш. Артабан спорт залында күнекмәләр эшләү. Тап ошонда Рәсәй гвардияһы һалдаттары һәр хәрәкәтте автоматик рәүешкә килтереп, хәрби сәнғәтте нығыта. Көндәлек физик әҙерлек өсөн ситтән белгестәр йәлеп ителмәй. Күнекмәләрҙе ҡул һуғышы һәм бокс буйынса халыҡ-ара спорт мастерҙары алып бара. Улар бөтәһе лә — Рәсәй гвардияһының ОМОН идаралығы хеҙмәткәрҙәре», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть