Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

17 мартта Өфөлә «Марина — Ф.И. Шаляпиндың ҡыҙы» китабының исем туйы уҙа

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Йома, 17 мартта, Өфөлә «Марина — Ф.И. Шаляпиндың ҡыҙы» китабының исем туйы уҙа. Сара Октябрь проспекты, 33 адресы буйынса Өфө ҡала балалар филармонияһының Шаляпин күргәҙмә залында киске сәғәт 5-тә башлана.

Китаптың авторы – ТАСС ветераны, халыҡ-ара журналист Николай Горбунов. Баҫма яҙыусының Федор Шаляпиндың тормошо һәм ижади эшмәкәрлегенә ҡағылған етенсе китабы.

«Автор уҡыусыға ғәжәп ҡатын-ҡыҙҙы – элекке Рәсәйҙең «ярсығын» күрһәтә алды. Ул бөйөк рус басы Федор Иванович Шаляпиндың ҡыҙы – Марина Федоровна Шаляпина-Фредди менән әңгәмәләрҙе бер ниндәй ҡыҫҡартыуҙарһыҙ тиерлек баҫып сығарҙы», — тип яҙа үҙенең баһаламаһында төбәк-ара Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлеге етәксеһе Елена Замрий.

Китаптың исем туйы барышында тәүге Шаляпин экспозицияһы менән танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть