Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

«Салауат Юлаев»тың йәш хоккейсыһы донъяла иң перспективалы тип танылды

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

The Hockey News абруйлы спорт журналы донъяның иң перспективалы хоккейсылары рейтингын баҫтырып сығарҙы. Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубынан 19 йәшлек Кирилл Капризов исемлектә беренсе урынды биләй, тип хәбәр итә «Комсомольская правда-Өфө» сайты.

Даими беренселек йомғаҡтары буйынса йәш уйынсы 23 шайба ташлап һәм 22 һөҙөмтәле пас биреп, 55 мәрәй йыйҙы. Ошо күрһәткес буйынса ул бөтә дәғүәселәрен уҙып китте һәм сит ил киң мәғлүмәт сараларының иғтибарын йәлеп итте. 2015 йылда Капризов «Миннесота Уайлд» клубы тарафынан 135-се номер аҫтында драфтың бишенсе раундында һайланды. «Салауат Юлаев» менән контракт 2018 йылдың йәйенә тиклем иҫәпләнгән.

Тәүге өсәү иҫәбенә Капризов менән бергә «Филадельфия Флаерс»тан Филипп Майерс һәм «Миннесота Уайлд»тан Джордан Гринвэй инде. «Салауат Юлаев» һөжүмсеһе —  рейтингтың тәүге ун баҫҡысында Рәсәйҙән берҙән-бер вәкил.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть