Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.27 ↓

EUR 62.92 ↑

25 май, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан муниципалитеттары ихаталарҙы һәм скверҙарҙы төҙөкләндереүгә 1 миллиард һум аласаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Быйыл Башҡортостанда заманса ҡала мөхитен булдырыу муниципаль программаларына булышлыҡ итеүгә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Республиканың 23 муниципалитеты: 9 ҡала округы һәм 14 ҡала биләмәһе республика ҡаҙнаһынан субсидия аласаҡ.

Заманса ҡала мөхитен булдырыуға йүнәлтелгән муниципаль программаларҙы финанслау күләме ағымдағы йылда 1 миллиард 32 миллион һум тәшкил итәсәк. Шуның 856,64 миллион һумы – федераль, 175,45 миллионы – төбәк бюджеты аҡсаһы.

Өҫтәүенә субсидияларҙың өстән ике өлөшө күп фатирлы йорттарҙың ихаталарын төҙөкләндереү буйынса саралар үткәреүгә йүнәлтелергә тейеш. Өстән бер өлөшө — йәмәғәт биләмәләрен: яр буйын, майҙанды йәки скверҙы төҙөкләндереүгә.

Ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәрҙең минималь исемлеге ихата юлдарын ремонтлауҙы, ихата биләмәләрен яҡтыртыуҙы тәьмин итеүҙе, эскәмйәләр һәм сүп-сар һалыу өсөн урналар ҡуйыуҙы үҙ эсенә ала. Өҫтәмә исемлеккә парковкаларҙы, балалар һәм (йәки) спорт майҙансыҡтарын йыһазландырыу, шулай уҡ тротуарҙы, йәйәүлеләр юлын тәртипкә килтереү инә.

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, программала ҡатнашыусы муниципалитеттар 1 апрелгә тиклем 2017 йылға заманса ҡала мөхитен булдырыу муниципаль программаһының проектын әҙерләргә һәм баҫтырырға тейеш. Йәмәғәтселек тикшереүе һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, уны 25 майҙан да һуңға ҡалмайынса раҫлау зарур.

1 июлгә тиклем муниципалитеттарға муниципаль программаға индерелгән һәр ихатаны, шулай уҡ йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереүҙең дизайн-проекттарын әҙерләп, раҫларға һәм 31 декабргә ҡәҙәр үҙ программаһын тормошҡа ашырыуҙы тамамларға кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть