Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.27 ↓

EUR 62.92 ↑

25 май, Кесе йома

Уфа   °

Стәрлетамаҡ башҡорт театры тәүге тапҡыр спектакль-фантасмагория сәхнәләштерә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры тәүге тапҡыр «Люксембургҡа барып ҡайтҡансы...» исемле фантасмагория жанрында спектакль сәхнәләштерә. Пьесаның авторы — билдәле шағир, яҙыусы һәм драматург Мөнир Ҡунафин.

Комедия элементлы драма бер нисә йыл элек Заманса драматургия һәм режиссура лабораторияһында тәҡдим ителгәйне. Ул саҡта театр тәнҡитселәре йәш автор уйлап тапҡан сюжеттың ҡыҙыҡлы булыуын билдәләне.

Спектаклдең премьераһы 23 мартҡа тәғәйенләнгән. Спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры — Айҙар Зарипов, актерҙар — Марат Зөбәйеров, Илфир Баймырҙин һәм Зилара Юлтаева. Ҡуйыусы-рәссам — Лилиә Сөләймәнова, костюмдар буйынса рәссам — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Наталья Степанова, вокал буйынса педагог — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Афарим Аҡсурин, хореограф — республиканың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.  

«Был пьеса нимә тураһында һуң? Ҡыҙ бала имәнгә, эйе, ағасҡа кейәүгә сығырға йыйына, берәү Аллаһтың үҙен төшөндә күрә лә, ауылға йома көнө Хоҙай килә тип тилерә, өсөнсөһө етмеш йыл иренең һуғыштан ҡайтыуын көтә, урындағы рәйес ҡытай байына ер һатып байымаҡсы, сибәр ҡатын иренән ҡасып мулла ҡосағына инә, ябай көтөүсе шағир булып сыға...», — тип хәбәр итә театрҙың матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть