Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 2018 йылда байрам көндәрен күсереү тураһында хәбәр итте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 2018 йылда ял көндәрен күсереү тәртибен нығытҡан Рәсәй Хөкүмәте ҡарарының проектын әҙерләне.  

2018 йылда бер нисә байрамдың ял көндәренә тура килеүен иҫәпкә алып, түбәндәге күсереү механизмы тәҡдим ителә. Байрамға тура килгән 6 һәм 7 ғинуарҙағы ял көндәрен (шәмбе һәм йәкшәмбе) 9 мартҡа һәм 2 майға күсереү күҙаллана.

Бынан тыш, ведомство 28 апрелдәге, 9 июндәге һәм 29 декабрҙәге ял көндәрен 30 апрелгә, 11 июнгә һәм 31 декабргә күсерергә тәҡдим итә.

Шулай итеп, 2018 йылда түбәндәге ял көндәре планлаштырыла:

2017 йылдың 30 декабренән 2018 йылдың 8 ғинуарына тиклем;

23 февралдән 25-нә ҡәҙәр;

8 марттан 11-нә тиклем;

29 апрелдән 2 майға ҡәҙәр;

9 май;

10 июндән 12-нә тиклем;

3 ноябрҙән 5-нә ҡәҙәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть