Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда социаль бала ҡараусылар сабыйҙарҙы бушлай ҡарай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы өс йәшкә тиклемге сабыйы булған йәки инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн «Социаль няня» тигән яңы проект тәҡдим итә.

Республикала төрлө сәбәптәргә бәйле бала ҡарау хеҙмәтенә мохтаж кешеләр — мәҫәлән, эшләгәндәр йәки уҡығандар социаль хеҙмәткәр яллай ала. Өҫтәүенә бындай хеҙмәттең ваҡыты сикләнгән — ата-әсәләр балаһын өс сәғәт ярымдан ашыуға ҡалдырып китә алмай. Социаль няня ярҙамы менән аҙнаһына ике һәм айына һигеҙ тапҡыр файҙаланырға мөмкин. Мохтаж тип табылғандар өсөн социаль хеҙмәткәрҙең хеҙмәте яҡынса 125 һумға төшәсәк (өс сәғәт ярымға тиклем). Әгәр ғаиләнең йән башына уртаса килеме 14 мең һумдан ашыу булһа, хеҙмәттең бер сәғәте 40 һумдан алып 140 һум тәшкил итә. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар менән социаль няня бушлай ултыра ала.

Социаль бала ҡараусыны саҡырыу өсөн ғаиләләргә йәшәгән урын буйынса район-ара ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәгенә, уларҙың бүлексәләренә мөрәжәғәт итеү зарур. «Социаль няня» хеҙмәтен йортта социаль хеҙмәттәр күрһәтеү вәкәләттәре тапшырылған автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар күрһәтә. Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең күпселеге өйҙә бала ҡарау буйынса ҙур тәжрибәгә эйә, урта махсус һәм урта профессиональ белемле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть