Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә федераль медиа-эксперттар журналистар өсөн оҫталыҡ дәресе бирә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә федераль медиа-эксперттар — ИТАР-ТАСС агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары (Мәскәү) Александр Куприянов һәм «МояОкруга.рф» проекты етәксеһе Антон Долгов Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары журналистары өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрә. «Интернет район киң мәғлүмәт сараларының мөмкинлектәрен нисек киңәйтә — аудитория, йөкмәтке, реклама менән эшләү» семинары «Башинформ» агентлығының конференц-холына республика һәм район баҫмаларының хеҙмәткәрҙәрен йыйҙы.

«Семинар ИТАР-ТАСС тәҡдиме менән уҙғарыла. Программаны эксперттарҙың теләктәрен иҫәпкә алып төҙөнөк», — тип хәбәр итте, сараны асып, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов. Башҡортостан медиа яғынан ярайһы уҡ үҫешкән, алға киткән төбәк, тип билдәләне федераль эксперттар.

«Беҙ республика райондары буйынса мәғлүмәттәрҙе тикшерҙек. Республиканың ошо йүнәлештә — интернет ҡулланыусыларҙың һеҙҙең райондар, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһыныуы йәһәтенән ҡеүәте ҙур булыуына шатмын», — тип билдәләне Антон Долгов.

Александр Куприянов тыңлаусыларҙы ИТАР-ТАСС структураһы һәм проекттары менән таныштырҙы. Эксперттар киң мәғлүмәт сараларында формат, йөкмәтке, мәғлүмәтте ҡабул итеү үҙенсәлектәре, типик хаталар хаҡында һөйләй. Семинарҙа ҡатнашыусылар һорауҙар бирә, семинар материалдарын район гәзиттәре редакцияларында файҙаланыу мәсьәләләре буйынса фекер алыша.

Семинарҙы ойоштороусылар — Рәсәйҙең мәғлүмәт телеграф агентлығы (ИТАР-ТАСС), Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, «Граждандар союзы» хоҡуҡи технологиялар үҙәге.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть