Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала хеҙмәт коллективтары «Таланттарҙың мең төҫө»ндә үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Таланттарҙың мең төҫө» хеҙмәт коллективтарының художестволы үҙешмәкәрлек республика смотрын асыу тантанаһы була. 24 мартта ВДНХ-Экспо Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһында Өфө, Ғафури, Нуриман һәм Салауат райондары хеҙмәт коллективтарының үҙешмәкәр сәнғәт вәкилдәре үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтә.

Конкурс өс этаптан тора. Тәүгеһе район (ҡала) смотры формаһында уҙғарыла. Артабан иң яҡшы коллективтар һәм башҡарыусыларҙан икенсеһе өсөн концерт программаһы төҙөлә. Киләһе этаптың программаларын республика комиссияһы ҡарай. Өсөнсө этап – гала-концерт, ул баш ҡалала йыл аҙағында ойошторола.

Жюри башҡарыу оҫталығын, башҡарыу манераһы һәм костюмдың әҫәрҙең төп фекеренә тап килеүен, номерҙың композицияһын һәм ҡуйылышын, хеҙмәт коллективтарында ҡатнашыусыларҙың үҙенсәлеклелеген баһалай.

Конкурсты үткәреү тураһында ҡарар Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса хеҙмәт коллективтарында үҙешмәкәрлекте тергеҙеү хаҡында мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика кәңәшмәһенән һуң ҡабул ителде. Республика кимәлендә бындай конкурс икенсегә уҙғарыла.

Республика смотрын ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Профсоюздар федерацияһы, район һәм ҡала хакимиәттәре.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть