Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.27 ↓

EUR 62.92 ↑

25 май, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә ике йыл эсендә 156 мең самаһы кеше хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштергән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

2014 йылдың декабренән алып 2017 йылдың мартына тиклем Башҡортостанда 156 мең самаһы кеше хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштергән. Республиканың хеҙмәт министры Ленара Иванова Санкт-Петербургта үткән Халыҡ-ара хеҙмәт форумында төбәктең законһыҙ мәшғүллекте кәметеү буйынса эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

2016 йыл йомғаҡтарына ярашлы хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү буйынса контроль күрһәткесте үтәү буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында республика бишенсе баҫҡысты биләй, Краснодар крайы, Белгород, Ростов өлкәләре һәм Ставрополь крайы өҫтәрәк тора. Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан беренсе урында.

«Башҡортостанда, илдең башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, 2014 йылдың октябренән законһыҙ мәшғүллекте кәметеү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Статистика органдары иҫәпләүҙәре буйынса, республикала фокус-төркөм һаны яҡынса 240 мең кеше, йәғни иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡтың 12-13 процентын тәшкил итә. 2015-2017 йылдарҙа республикала 157 мең кешене рәсмиләштерергә тейеш инек, — тип билдәләне Ленара Иванова. — Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә 2015 йылда 83 меңдән ашыу, 2016 йылда — 67 мең самаһы, 2017 йылда март башына ҡарата яҡынса 5,5 мең кеше хеҙмәт мөнәсәбәттәрен законлаштырған. Мәшғүллектең йәшерен формаһын анализлау һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу өлкәһендә, ауыл хужалығында, төҙөлөштә, эшкәртеүсе сәнәғәттә хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштермәү кимәле юғары».

Федераль власть органдары Беренсе Халыҡ-ара  хеҙмәт форумында Башҡортостандың хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү буйынса тәжрибәһен юғары баһаланы. Ҡырым һәм Карелия төбәктең ошо өлкәләге тәжрибәһе менән танышырға теләген белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть