Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Ҡырымды ҡайтарыуҙы хуплап үткәргән митингта 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөләге Салауат Юлаев исемендәге майҙанда Ҡырымды Рәсәй составына яңынан ҡайтарыуҙы байрам итергә республиканан 10 меңдән ашыу кеше йыйылды. Ҡырымды тыуған ярына ҡайтарыу хаҡында Рәсәй Президенты ҡарарының өс йыллығын билдәләргә йәмәғәт ойошмалары, йәштәр, ветерандар һәм патриотик берекмәләр килде. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзалары, бөтә парламент партиялары һәм йәштәр байрамдың әүҙем ҡатнашыусылары булды.

Тантана «Ватан» паркы майҙанындағы тамашанан башланды. Өфө һәм Бөрө ҡалаларының эҙәрмән отрядтары Дыуан районынан Иван Завьяловтың батырлыҡ тарихын күрһәтте. Ул Севастополде азат итеү өсөн һуғыштарҙа батырҙарса һәләк булған яугирҙәрҙең береһе. Үҙ ғүмере менән ул стратегик үрҙе биләй алды. Һәләк булғандан һуң яҡташыбыҙ Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланды.

Сараға йыйылғандарҙы Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина сәләмләне. Ул Ҡырым шағирәһенең шиғырын уҡып ишеттерҙе. Бергәләшкән өс йыл эсендә Ҡырым да, бөтөн Рәсәй ҙә ярайһы уҡ көсәйеп китте, тип билдәләне Ольга Панчихина.

«Милли лидерыбыҙ – Владимир Путиндың тәрән аҡылы һәм тәүәкәллеге, шул саҡта үҙ лидерын хуплап сыҡҡан күп милләтле халҡыбыҙҙың ҙур теләге менән туғандарса берләшеп булды! Президент ҡабул иткән оператив ҡарарҙар Дәүләт Думаһы менән хупланды, ҡырымдарҙы яҡларға һәм уларға референдум уҙғарыу өсөн шарттар булдырырға мөмкинлек бирҙе», — тип билдәләне «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Ғизәтуллин.

Яңынан ҡушылыу – бөтә илебеҙ, уның һәр гражданы өсөн дөйөм байрам, тип билдәләнеләр митингта ҡатнашыусылар. Башҡортостан халҡы үҙ гражданлыҡ ҡарашының үҙгәрмәгәнлеген иҫбатлау өсөн митингка килде.

Байрамды башҡорт эстрадаһы артистары дауам итте. Митинг фейерверк менән тамамланды.

Был 2014 йылдың мартында референдумдан һуң Ҡырым һәм Севастополдең Рәсәй составына ҡушылыуын хуплап уҙғарған дүртенсе митинг. Уның йомғаҡтары буйынса ярымутрау халҡының күбеһе Федерация субъекты сифатында Рәсәй составына инергә теләген белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть