Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры һәм билдәле телекомментатор Сергей Ғимаев арабыҙҙан китте

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, күп тапҡыр СССР чемпионы Сергей Ғимаев шәмбе, 18 мартта, 63-сө йәшендә Тулала ветерандар матчы барышында вафат булды, тип хәбәр итте телекомментатор эшләгән «Матч ТВ».

Сергей Ғимаев 1955 йылдың 1 ғинуарында Брест өлкәһенең Пружаны ҡалаһында тыуған. Уның атаһы, хәрби летчик, Наил Ғимаевтың тыуған төйәге – Туймазы районының Кәкребаш ауылы. Ғәскәри хеҙмәттән бушатылғандан һуң ғаилә Өфөгә күсеп килә.

Нәҡ бында Сергей «Салауат Юлаев» хоккей клубы мәктәбендә шөғөлләнә башлай, ошонда уның үҫмер сағынан өлкәнәйгәнгә ҡәҙәр ғүмер юлы уҙа. 1974 йылда өлкән тренер Юрий Моисеев етәкселегендә СКА (Куйбышев) клубы өсөн сығыш яһай башлай.

1976/77 миҙгелдән Сергей Ғимаев Мәскәү армеецтары өсөн уйнай башлай. 1985/86 миҙгеленән һуң СКА Ленинградта хоккейсы карьераһын тамамлай. СССР чемпионаттарында бөтәһе 305 матчта уйнап, 45 гол индергән.

Карьераһын тамамлағандан һуң Мәскәү дәүләт өлкә педагогик институтында уҡып сыға, 14 йыл дауамында ЦСКА хоккей спорт мәктәбендә балалар тренеры һәм директор булып эшләй, «СССР-ҙың хоккей легендалары» ветерандар командаһында уйнай.

2000 йылдан Сергей Ғимаев «Рәсәй-1», «Рәсәй-2», «Спорт-1», «Матч ТВ» һәм «КХЛ ТВ» телеканалдарында эксперт һәм хоккей комментаторы булып эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть