Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала «Һылыуҡай-2017» республика гүзәллек бәйгеһенең еңеүсеһе билдәләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә «Һылыуҡай-2017» республика телевизион гүзәллек бәйгеһендә Гран-при яулаусы ҡыҙҙың исемен иғлан иттеләр. Ул – Өфөнән Земфира Байдәүләтова. Республиканың тәүге һылыуҡайы ынйы таж менән бүләкләнде.

Ҡазандан Ынйы Иҙелбаева беренсе урын яуланы. Икенсе урынды Ырымбурҙан Зилиә Агишева һәм Балтас районынан Юлиана Әмирйәнова бүлеште. Өсөнсө урын бер юлы өс ҡатнашыусыға тейҙе –  Нефтекаманан Алина Ғилмәтоваға, Салауат районынан Диана Шөғәйеповаға һәм Белорет районынан Әҙилә Әлибаеваға.

Финалсыларҙың хеҙмәте конкурс бағыусыларының махсус бүләктәре – Каппадокияға (Төркиә) юлламалар, ювелир биҙәүестәр, күн әйберҙәр менән баһаланды.

Конкурстың финалына йәмғеһе 16 ҡыҙ сыҡты. Уларға байтаҡ һынау үтергә тура килде – Экология йылына арналған, башҡорт бейеүе һәм заманса хореография конкурстары, башҡорт эстрадаһының популяр башҡарыусылары менән дуэтта йырлау, билеттар буйынса һорауға яуап биреү, киске күлдәктәрҙә дефиле.

«Һылыуҡай» республика конкурсы — Рәсәйҙә бындай оҙаҡ һәм бай тарихҡа эйә булған берҙән-бер милли заманса проект.

Ойоштороусылары – Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Туған тел» музыкаль-күңел асыу телеканалы. Йыл һайын талантлы һәм амбициялы ҡыҙҙар төп башҡорт һылыуы исемен яулар өсөн Өфөнөң төп сәхнәһенә сыға. Бәйгенең күп кенә финалсылары уңышлы йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, журналистар, актрисалар, йырсылар һәм моделдәр булараҡ тормошта үҙҙәренең урынын таба.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть