Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Силәбе өлкәһе Башҡорт халыҡ үҙәге үҙенең 25 йыллығын билдәләне

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Силәбенең «Төҙөүселәр» мәҙәниәт һарайында «Башҡорт халыҡ үҙәге» Силәбе өлкәһе йәмәғәт ойошмаһының барлыҡҡа килеүенә 25 йыл тулыуға арналған юбилей тантанаһы үтте. Үҙәк төрлө йәмәғәт һәм дәүләт ойошмалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, Көньяҡ Уралда үҫеп килгән йәш быуын араһында башҡорт мәҙәниәтен тергеҙеү буйынса күп яҡлы эш алып бара.

Байрамда ҡатнашыусылар өсөн Силәбе, Озерск, Үрге Өфәлей, Мейәс солистары һәм башҡорт ижади коллективтары ҡатнашлығында концерт программаһы әҙерләнгәйне. Гөлли Фәхриева үҙенең сағыу тауышы менән барыһын да хайран ҡалдырҙы. Бина фойеһында башҡорт мәҙәниәте этнографияһы күргәҙмәһе эшләне.

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Венера Аҡмөхәмәтованы ҡотлап үтте, юбилярға һәм ошо ойошма ветерандарына бүләктәр тапшырҙы. Юбилей менән шулай уҡ Силәбе өлкәһе Закондар сығарыу Йыйылышы депутаты Анатолий Вершинин, Силәбе ҡалаһы Хакимиәтенең йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеү буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Павел Магей, Силәбе Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Нил Шәйҙуллин, Дәүләт Думаһы депутаты Адрей Барышевтың ярҙамсыһы Марина Дымова ҡотланы. Тантаналы кисәлә ҡаланың билдәле кешеләре – яҙыусы Кирилл Шишов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рәлиф Кәримов һәм Фәҡиә Сафина ҡатнашты.

Сарала шулай уҡ «Башҡорт халыҡ үҙәге» Силәбе өлкәһе йәмәғәт ойошмаһын ойоштороусылар һәм уның эшмәкәрлеген үҫтереүселәр хаҡында һүҙ барҙы. Үҙәктең тәүге рәйесе – крайҙы өйрәнеүсе Урал Сәфиуллин, уның алмашына профессор, медицина фәндәре докторы Зиннәт Бикбулатов килгән. Уҡытыусы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәлиф Кәримов өсөнсө етәксе итеп һайланған. Башҡорт берекмәһенең байрамын бик күп Силәбе өлкәһе халыҡ ассамблеяһы ҡунаҡтары һәм саҡырылған ҡунаҡтар уртаҡлашты.

Теги: юбилейҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть