Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Республикала хеҙмәтте һаҡлау буйынса иң яҡшы белгесте һайлайҙар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә 24 мартта Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнөнә арналған «Хеҙмәтте һаҡлау буйынса иң яҡшы белгес — 2017» XI республика конкурсы уҙа.

Конкурстың төп маҡсаттары – ойошмаларҙа хәүефһеҙ һәм сәләмәт хеҙмәт шарттарын булдырыу буйынса эштең һөҙөмтәлелеген һәм сифатын арттырыу, шулай уҡ хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә ыңғай эш тәжрибәһен пропагандалау.

Конкурс йомғаҡтары буйынса «Башҡортостан Республикаһының хеҙмәтте һаҡлау буйынса 10 иң яҡшы белгесе» рейтингы төҙөләсәк.

Ойоштороусылары – республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы һәм Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы булышлығында төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Башҡортостан тармаҡ-ара хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм производствола хәүефһеҙлек институты.

Тулыраҡ мәғлүмәтте Тармаҡ-ара институт сайтында алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть