Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

«Өфө» футбол клубы Сергей Семак етәкселегендә йәнә еңелмәне

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Краснодарҙа Рәсәй футбол Премьер-лигаһы чемпионатының уйыны уҙҙы. Сергей Семак етәкселегендәге «Өфө» футбол клубы йәнә үҙ ҡапҡаһына туп үткәрмәне. Әммә был юлы үҙе лә туп индерә алманы. Осрашыу хужалар майҙанында байтаҡ мөмкинлектәр булғанда ла бер команданың да еңмәүе менән тамамланды.

Турнир таблицаһында элеккесә «Краснодар» һәм «Өфө» бер-бер артлы килә – дүртенсе һәм бишенсе урындар.

Әлегә чемпионатта тәнәфес. Унан һуң, 1 апрелдә, «Өфө» үҙ майҙанында Мәскәү «Локомотив»ын ҡабул итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть