Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала яңы мәктәпкә алыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфөләге Дим районы хакимиәтенең Мәғариф бүлеге «Көмөш шишмә» биҫтәһендә төҙөлә башлаған яңы мәктәпкә уҡыуға ғаризалар ҡабул итә башланы.

Ғаризалар балаларҙың ата-әсәләренән һәм законлы вәкилдәренән 1-8 һәм 10 кластарҙы ойоштороу өсөн ҡабул ителә.

Мәктәп уҡыусыларының ата-әсәләрен Левитан урамы, 29/1 адресы буйынса 23-сө бүлмәлә көтәләр. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 279-14-93.

Бынан тыш, яңы мәктәптә эшләргә теләүсе уҡытыусылар dema_roo@mail.ru электрон адресына резюме ебәрә йәки үрҙә күрһәтелгән адрес буйынса мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итә ала, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть