Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөләрҙе «Велобалалыҡ — 2017» байрамына саҡыралар

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында 23 апрелдә «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда «Велобалалыҡ — 2017» ҙур спорт байрамы уҙа. Унда 2-14 йәштәге балалар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнаша ала.

Байрам программаһында: тиҙлеккә һәм фигуралы йөрөү, велотриал, велосипедта йөрөү һәм уны йүнәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, фәһемле уйындар һәм спорт мастерҙарының күрһәтмәле экстремаль сығыштары.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, сарала ҡатнашыу өсөн алдан теркәлергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт – бында.

«Велобалалыҡ — 2017» еңеүселәренә һәм призерҙарына иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.

Байрам көндөҙгө 12-се яртыла башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть