Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡорт Совет Республикаһы Рәсәй федерализмына башланғыс һалды – эксперт

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

20 мартта Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән Хөкүмәте менән Башҡорт Хөкүмәтенең Башҡорт Совет Автономияһын төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу көнө билдәләнә. Башҡортостандың Милли архивы фондында Башҡорт республикаһы ойошторолоуының тәүге аҙымдарын сағылдырған байтаҡ документтар һаҡлана.

«Башҡорт автономиялы республикаһын барлыҡҡа килтереүгә юл еңелдән булманы, — тип һөйләне Башҡортостандың Милли архивы директоры урынбаҫары Нияз Сәлимов. — Башҡорттар XVI быуаттың икенсе яртыһында уҡ Мәскәү батшалары менән килешеү төҙөгән. Улар, үҙ сиратында, башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренә хоҡуғын нығытыусы жалованный грамоталар биргән. Ләкин ебәрелгән ғәскәр башлыҡтары урындағы халыҡты ҡыҫырыҡлай башлай, ерҙәрҙен тартып ала, ҡәлғәләр һәм ҡалалар төҙөй, шуның менән халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра».

Мосолман халыҡтарының территориаль автономиялары тураһында мәсьәлә тәүге тапҡыр 1917 йылдың 11 майында Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй мосолмандар съезында Әхмәтзәки Вәлидиҙең докладында яңғырай. 1917 йылдың июлендә Ырымбурҙа һәм авгусында Өфөлә үткәрелгән I һәм II башҡорттар съездарында тағы ла ентекләберәк тикшерелә. Ҡабул ителгән ҡарарҙарҙа Башҡорт автономиялы республикаһын ойоштороу кәрәклеге аныҡ билдәләнә.

1918 йылдың ноябрендә Совет власы менән һөйләшеүҙәрҙең һәм Килешеү төҙөүҙең төп шарттары булдырыла. Декабрҙә һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн Муллайән Халиҡов етәкселегендәге Башҡорт шураһы делегацияһы ойошторола.

Һөйләшеүҙәрҙең тамамланыуын көтмәйенсә, Башҡорт хөкүмәте 1919 йылдың 18 февраленән Совет власы яғына күсеү һәм Кесе Башҡортостан биләмәһен Башҡорт Совет республикаһы тип иғлан итеү тураһында ҡарар ҡабул итә.

Һөйләшеүҙәрҙе тамамлау өсөн Мөхәмәтхан Ҡулаев етәкселегендәге Башҡорт хөкүмәте делегацияһы Мәскәүгә юллана. 1919 йылдың 9 мартында 14 параграфтан торған яҡынса килешеүгә ҡул ҡуйыла. Уның күсермәләре килешеү һәм иҫкәрмәләр индереү өсөн РСФСР халыҡ комиссариаттарына ебәрелә.

17 мартта Үҙәк яғынан — милләттәрҙең халыҡ комиссары Иосиф Сталин, Башҡортостан яғынан Башҡорт хөкүмәте рәйесе Мөхәмәтхан Ҡулаев, Башҡортостан өлкә Советы ағзаһы Муллайән Халиҡов, башҡорт ғәскәрҙәре командующийы адъютанты Әбдрәшит Бикбауов килешеүҙең һуңғы тексына ҡул ҡуя. 20 мартта документты халыҡ комиссарҙары Советы ла, Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты ла раҫлай. Документҡа Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Михаил Владимирский, Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе Владимир Ульянов (Ленин), секретарь Авель Енукидзе ҡул ҡуя.

1919 йылда федерализмды тормошҡа ашырыуҙа тәүге ҡарлуғас булған төп сәйәси документ 1919 йылдың 23 мартында «Известия» гәзитендә баҫылып сыға. Был көн Башҡортостан Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының тыуған көнө тип иҫәпләнә.

1919 йылдың 20 мартында Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән Хөкүмәте менән Башҡорт Хөкүмәтенең Башҡорт Совет Автономияһын төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуы күп милләтле Рәсәй дәүләте тормошонда тарихи ваҡиға булды. Башҡортостан өсөн ошо сәйәси акт — үҙ дәүләтселеген булдырыуҙа мөһим этап. Килешеү Башҡортостандың яңы статусын юридик яҡтан нығытты һәм уның беренсе Конституцияһы булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть