Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Күмертауҙа яңы тегеү производствоһы асылды һәм киңәйергә ниәтләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Күмертауҙа яңы тегеү производствоһы эшләй башланы. Рәсәйҙең көс структуралары өсөн махсус кейемдәр тегеүсе «Магеллан» компанияһы уҙған йылдың сентябрендә үткән инвестиция осрашыуында ҡатнашҡандан һуң ҡалала үҙенең филиалын асты. Инвесторҙар өсөн сарала Внешэкономбанк рәйесе урынбаҫары Ирина Макеева, Моноҡалаларҙы үҫтереү фондының генераль директоры Илья Кривогов, Рәсәй моноҡалалары хакимиәттәре башлыҡтары, Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре ҡатнашты.

Күмертау хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, «Күмфаб» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен асыу инвестиция осрашыуының тәүге һөҙөмтәһе булды. Әле предприятиела 34 кеше эшләй. Тағы ла 13 кеше уҡый, икенсе смена ойоштороу ҡарала. «Компаниялар төркөмө Йылдам үҫеш биләмәһе резиденты булыу һәм предприятиеның артабанғы эше өсөн уңайлы шарттар менән файҙаланыу маҡсатында Күмертауҙа тегеү фабрикаһын төҙөү вариантын ҡарай», — тип билдәләнеләр моноҡала хакимиәтендә.

«Күмертау» йылдам социаль иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары тәүге биш йылда — 20 урынына 5 процент, киләһе биш йыллыҡта 10 процент күләмендә табышҡа һалым ставкаһын ҡуллана ала, тип асыҡлыҡ индерҙеләр мэрияла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть