Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика балалары Австрияла Халыҡ-ара ҡышҡы уйындарҙа сығыш яһай

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостандан һаулыҡ мөмкинлектәре сикле алты бала Австрияла абруйлы халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша. Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова йәш спортсыларға уларҙың Олимпҡа ынтылышында ярҙам күрһәтте.

Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре комитеты ағзаһы Рима Баталова Австрияла 2017 йылғы Махсус Олимпиаданың Халыҡ-ара ҡышҡы уйындарын асыу тантанаһында һәм Шладминг ҡалаһындағы Планай стадионында Атлеттар парадында ҡатнашты.

Махсус олимпиадала интеллектуаль үҫеше боҙолған кешеләр ҡатнаша. Уйындарҙа 107 илдән 2600 атлет үҙ оҫталығын күрһәтә. Ярыштар түбәндәге спорт төрҙәре буйынса ойошторола: флорбол, иҙәндә хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек, тау саңғыһы, сноуборд. Рәсәй йыйылмаһы составына 22 төбәктән 119 кеше ингән.

«Донъяла күптәр Олимпия һәм Паралимпия уйындарының нимә икәнлеген белә, ә бына илебеҙҙә Махсус Олимпия уйындары хаҡында барыһы ла хәбәрҙар түгел. Был да бөтә донъялағы интеллектуаль үҫеше боҙолған кешеләрҙе туплаған, үҙҙәрен күрһәтергә мөмкинлек биргән бик мөһим ярыштар. Рәсәй командаһында Башҡортостан балаларының да булыуына бик шатмын. Уларға уңыштар һәм сағыу еңеүҙәр теләйем!» — тине Рима Баталова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть