Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы елдең көсәйеүе хаҡында иҫкәртә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы елдең көсәйеүе хаҡында иҫкәртә. Республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанма яһап, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, дүшәмбе, 20 мартта, көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 8-13 метр тиҙлектә иҫә. Көндөҙ көсәйгәндә секундына 18 метрға тиклем етеүе ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +2,+7 градус, урыны менән -5 градусҡа тиклем.

Ел көсәйгән осраҡта биналарҙан сыҡмаҫҡа, ер аҫты үткәүелдәрендә йәки подъездарҙа йәшенергә кәрәк. Көслө елдән йорт стеналары янында йәшенергә ярамай, сөнки ҡыйыҡтан шифер һәм башҡа материал киҫәктәренең төшөүе мөмкин. Шулай уҡ электр линиялары, туҡталыштар, реклама таҡталары, төҙөлөп бөтмәгән биналар, ағастар тирәһенән алыҫыраҡ йөрөргә кәрәк. Йорттарҙа электр ҡорамалдарының төҙөклөгөн тикшереү мөһим, тип кәңәш итәләр  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть