Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандан йәш йырсы НТВ каналында «Һин супер!» проектының икенсе турына үтте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Мәләүез районының Нөгөш ауылынан 13 йәшлек Иван Южаков НТВ каналында «Һин супер!» халыҡ-ара йыр конкурсының икенсе турына үтте.  

Ул Юрий Саульскийҙың Михаил Танич шиғырына яҙылған «Ҡара бесәй» йырын башҡарып, жюри ағзаларын да, тамашасыларҙы ла әсир итте. Опера һәм эстрада йырсыһы Маргарита Суханкина, йырсы Ёлка малайға ҡушылып йырланы, ә композитор һәм музыкаль продюсер Виктор Дробыш һуңғы аккордта серле төймәгә баҫты.

Шулай уҡ ҡатнашыусыларҙың сығышын йырсы Стас Пьеха баһалай.

Конкурсҡа 1,5 мең ғариза килгән, ләкин 100-гә яҡын кеше генә Мәскәүгә һайлап алыу турына эләкте. Уларҙың һәр береһе «Һин супер!» тигәнде ишеткән дә инде.

Иван Южаковты тыуғандан алып өләсәһе тәрбиәләй. Малайҙың әсәһе эсә, атаһы улы тыуғанға тиклем үк үлгән. Ете йәшенә тиклем Иван өләсәһен әсәһе тип уйлаған.

«Үҫтергән һәм тәрбиәләгән, аяҡҡа баҫтырған кешене ысын әсәй тип иҫәпләйем», — ти уҡыусы.

Проект тураһында һөйләгәндә, ул «ата-әсәһен юғалтҡан һәр бала бик теләһә лә үҙен күрһәтә алмай, ә «Һин супер!» проекты күптәргә мөмкинлек бирә» тип билдәләне.

Проект 11 февралдә башланды. Унда ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар — балалар йорттарында, мәктәп-интернаттарҙа, тәрбиәгә алған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть