Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала һыу баҫыу хәүефе янағанда тиҙ хәбәр итеү системаһы булдырыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ташҡын ваҡытында халыҡҡа тиҙ хәбәр итеү системаһын булдыра. Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, Булгаков ауылында Өршәк йылғаһында, Өфөлә Дуҫлыҡ монументы эргәһендә — Ағиҙел йылғаһында һәм Мәләүездә күпер янында мониторинглау постары ҡуйылған. Һыу хәүефле кимәлгә етеү менән, ультратауышлы датчиктар автоматик рәүештә хәбәр итеү системаһын эшләтеп ебәрәсәк. «Датчиктарҙың күрһәткестәре махсус картала ла күренә. Ағиҙелдә һыу ташыуын онлайн күҙәтергә мөмкин», — тип билдәләнеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.

Республика Хөкүмәте биләмәләрендәге тораҡ пункттарға һыу баҫыу хәүефе янаған бөтә муниципалитеттарға ошондай датчиктар ҡуйырға һәм уларҙы хәбәр итеү системаһына тоташтырырға тәҡдим итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть