Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан VIII «Экология» халыҡ-ара форумында ҡатнаша

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостан VIII «Экология» халыҡ-ара форумында ҡатнаша. Мәскәүҙә Экология йылының күләмле сараларының береһе бара һәм хәҙерге Рәсәйҙең иң киҫкен экологик проблемаларын тикшереүгә арналған. Унда Рәсәй төбәктәре, закон сығарыу һәм башҡарма власть органдары вәкилдәре, экологик йәмәғәт ойошмалары йыйылған. Форумда республика исеменән Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Филүс Яхин, Экология министрлығының экологик хәүефһеҙлек бүлеге етәксеһе Фларида Ремезова ҡатнаша.

Ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Дәүләт Думаһының Экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары, «Экология» ижтимағи форумы» коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһының йәмәғәт советы рәйесе Николай Валуев форумда экологик диалог яҡтары вәкилдәренең мөһим мәсьәләләрҙе тикшереүен һәм бергәләп ғәмәлдәге ҡануниәткә, профилле дәүләт сәйәсәтенә төҙәтмәләр индереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләүен билдәләне.

Форумдың программаһы бай һәм ике көнгә иҫәпләнгән. Пленар ултырыш, эш һәм панель сессиялар барышында тикшереүгә сығарылғандар иҫәбенә — Рәсәйҙә ҡалдыҡтар менән эш итеү тармағын үҫтереү мөмкинлектәре, ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә төбәк программаларын әҙерләү һәм индереү, профессиональ экологик белем биреүҙең актуаль мәсьәләләре һәм мөмкинлектәре, иң яҡшы технологиялар индереү, экомаркетинг һәм йәшел бренд булдырыу.

Теги: экология
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть